Тәрбиәселәр ҡор йыйҙы
11 апрель көнө “Урал” шифаханаһы тәрбиәселәренең “Яңы педагогик технологиялар йәки тағы нимәләргә өйрәнергә?” тип аталған методик берләшмәһе үтте.
Фәүзиә Ғәнтәр ҡыҙы Алтынбаева үҙенең сығышында тәрбиәселәрҙең хәҙерге заманда үҙҙәренең эшендә инновацион алымдарҙы күпләп ҡулланыуын әйтеп уҙҙы. Был алымдар, үҙ сиратында, баланың үҫешенә ыңғай йоғонто яһай, үҙаллылыҡҡа, тәртипкә өйрәтә. Шулай уҡ сығыш яһаусы, тәрбиәсенең төп бурысы – һәр баланы төрлө өлкәгә ылыҡтырыу мөһим икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.
Сара барышында шулай уҡ тәрбиәселәргә заман технологияларын көндәлек эштә дөрөҫ ҡулланыу буйынса кәңәштәр бирелде.