Дауаланалар ҙа, уҡыйҙар ҙа
Балаларын шифаханаға ебәргәндә ата-әсәләр борсолоп: “Дәрестәр бармы һеҙҙә? Мәктәп программаһынан артта ҡалмаҫтармы?” – тип һорайҙар. Шөкөр, шифаханабыҙҙа 5-8-се кластар өсөн ике төп предмет – рус теле һәм математика дәрестәре алып барыла. Шулай булғас, ата-әсәләргә лә, уҡытыусыларға ла, балаларҙың үҙҙәренә лә хәүефләнергә урын юҡ – уҡыуҙың иң ҡыҙыу мәлендә ҡыҙ-егеттәр бер ҙә ҡул ҡаушарып ятмайҙар – белем алалар.