Йөҙһәң һыуҙа – булыр файҙа
“Урал” шифаханаһында кескәйҙәрҙең иң яратҡан дауаланыу төрө – сауна һәм бассейн. Ҡыҙ-малайҙарҙы тик бер генә һорау ҡыҙыҡһындыра тиһәң дә була: “Ҡасан бассейнға барабыҙ?”
Дөрөҫ, йөҙөүҙең организмға файҙаһы һанап бөткөһөҙ. Белгестәр бәйән итеүенсә, һыу балалар мускулдарына бик ыңғай тәьҫир итә. Бынан тыш, һыуҙа йөҙгән балаларҙың йөрәк-ҡан, нервы системалары нығына, тын алыу юлдары асыла. Йөҙөү кескәй организмдың һөйәктәренең дөрөҫ формалашыуына булышлыҡ итә.
Шулай булғас, рәхәтләнеп йөҙөгөҙ, сабыйҙар! Сәләмәт булығыҙ!