Бүләккә – концерт

«Урал» күп профиле балалар шифаханаһында «Балалар балаларға – беҙҙең йөрәктәр музыкаһы» хәйриә проектында ҡатнашыусылар сығыш яһаны. Акция сиктәрендә Владимир Спиваков фонды тәрбиәләнеүселәре – йәш музыканттар йыл дауамында Башҡортостан, Татарстан һәм Силәбе өлкәһе мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында концерттар ойошторорға иҫәп тота. Күләмле сарала Владимир Спиваков фонды тәрбиәләнеүселәре сығыш яһай, талантлы егет-ҡыҙҙар төбәктең иң көслө сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары ла.
Йәш артистар – Линара Каипова, Александр Зайцев, Максим Юдин, Ирина Ғәлиева, Яна Штин сәхнәгә сығып, тиҫтерҙәренә сәнғәт донъяһы шаршауын асты. Төрлө музыка ҡоралдарында уйнап, классик музыкаға һөйөү уятты.

5

Баҫманың авторы

Интернет селтәрендә түгел 6 лет

Вилия Янбаева

55
Комментарийҙар: 0Баҫмалар: 55Теркәлеү: 15-04-2019
0 0 vote
Article Rating
Яҙылырға
Уведомление о
guest
0 Comments
Inline Feedbacks
View all comments
0
Would love your thoughts, please comment.x
()
x