Йыр-бейеүгә бай сара

Ғәҙәттәгесә беҙҙә ҡунаҡта – Учалы ҡалаһының 1-се балалар музыка мәктәбе. Бәләкәс артистар үҙҙәренең дәртле йырҙары һәм бейеүҙәре менән барыһының да күңелен күтәрҙеләр. Концерт матур, бай, сағыу булды. Балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән һәр сығышты көтөп алып, алҡыштарға күмделәр.

5

Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре көнө

Бөгөн – Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым Ай көнө. Тәрбиәсе Фәүзиә Ғәнтәр ҡыҙы шифаханала балаларға ошо айҡанлы сара үткәрҙе.
Ҡыҙҙар һәм малайҙар Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым Ай халыҡ-ара ойошмаһы тураһында бай мәғлүмәт тупланы. Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым Ай халыҡ-ара ойошмаһы (Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре булараҡ билдәле) – бөтә донъяла 400 миллион хеҙмәткәр һәм волонтерҙы берләштергән халаҡ-ара ижтимағи эшмәкәрлек.

5

Намыҫлы хеҙмәт өсөн!

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы айҡанлы үткәрелгән тантаналы байрамда хеҙмәттәшебеҙ
Фәниә Фәрит ҡыҙы Әмирова намыҫлы хеҙмәте өсөн ҡала хакимиәте исеменән Хөрмәт грамотаһы менән наградланды. Ҡотлайбыҙ һәм артабан да эшендә уңыштар теләйбеҙ!

5

Талпан энцефалиты тураһында

Көндәр аҙ ғына йылыныу менән талпандар уяна башланы. Талпан энцефалиты тураһында балаларға шәфҡәт туташы Айгөл Рәүил ҡыҙы бәйән итте. Бөжәк үҙе бәләкәй генә булһа ла, зыяны ҙур икәнлеген һәм унан һаҡланыу сараларын һәр кем белергә тейешлеген аңлатты.

5

«Георгий таҫмаһы» акцияһы старт алды

Бөйөк Ватан һуғышының 74 йыллығы алдынан бөтә Рәсәй буйлап «Георгий таҫмаһы» акцияһы старт алды. Был акция йыл һайын Еңеү байрамы алдынан үтә. Быйыл «Георгий таҫмаһы» акцияһы төбәктә 22 апрелдән 9 майға тиклем үтәсәк. Уның ҡара-һарғылт төҫө – Изге Георгий һәм Дан ордендары наградалары төҫө – Еңеү көнө символы булып тора. Донъяла миллиондарса халыҡ, таҫманы тағып, Еңеүгә үҙенең хөрмәтен белдерә.
Ошо акция айҡанлы, бөгөн шифахана китапханаһында балалар «Георгий таҫмаһы» аппликацияһы эшләнеләр.

5

Йыр-моң донъяһында

Ваҡыты-ваҡыты менән шифаханала музыка мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең сығышын ойоштороу мотлаҡ, сөнки балалар музыка инструменттары менән таныша, тиҫтерҙәренең бейеүен ҡарай, йырлағандарын тыңлай. Ҡыҙ һәм малайҙарҙа музыкаға һөйөү уяна.
24 апрель көнө шифаханаға ҡунаҡҡа Балалар музыка мәктәбе тәрбиәләнеүселәре килде. Концерт бай эстәлекле, сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды. Балалар һәр сығышты көтөп алды, кескәй артистарҙы алҡыштарға күмде.

5

Һаулыҡ – ҙур байлыҡ!

“Һаулығың үҙ ҡулыңда” тип аталды бөгөнгө сара. Уны 3-сө ҡала китапханаһы хеҙмәткәре ойошторҙо. Төп маҡсат – балаларҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу. Ҡыҙ һәм малайҙар витаминдарҙың файҙаһы тураһында бай мәғлүмәт алдылар, һаулыҡ хаҡындағы мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр, викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.

5

“Гөл-сәскә булһа Ерем – сәскә атасаҡ илем!”

Ошо акция аҫтында тәрбиәсе Фәүзиә Ғәнтәр ҡыҙы Халыҡ-ара Ер көнөнә арналған матур сара уҙғарҙы.
Беренсе конкурс ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле булды – балаларға тәбиғәткә сыҡҡанда үҙеңде нисек тоторға тигән һорауға һүрттәр төшөрөргә ҡушылды.
Ҡалған һорауҙар ҙа экологияға ҡағылышлы булды.
Тәрбиәсе фекеренсә, ошондай кисәләр ҡыҙ һәм егеттәрҙе экологияға ҡағылышлы проблемаларға битараф булмаҫҡа, тәбиғәттә үҙеңде тота белергә, тирә-яҡ мөхитте бысратмаҫҡа һәм Ер-Әсәне һаҡлай белергә өйрәтә.
Кисә флешмоб менән тамамланды.

5

Биттәр ал булды, күңелле ял булды!

Шифаханаға ял итергә килгән балаларҙы “Таусы” боҙ һарайына хоккей ҡарарға алып барыу матур йолаға әйләнде. Кемдер бында беренсе аҙымдарын ғына яһаһа, ҡайһылар инде бик оҫта шыуа. Уҙған шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә шифаханабыҙҙа ял итеүселәр рәхәтләнеп боҙҙа шыуып, ваҡыттарын файҙалы һәм күңелле итеп үткәрҙе.

5

Бөгөн – Ер көнө

22 апрель көнө беҙ Халыҡ-ара Ер-Әсә көнөн билдәләйбеҙ. Ошо айҡанлы тәрбиәселәр Гөлнара Вәлиева һәм Айһылыу Хәмзина етәкселегендә “Планетаны һаҡлағыҙ!” тип аталған һүрәттәр конкурсы ойошторолдо.

5