Яҡшыларҙан яҡшы кем?

“Урал” шифаханаһында “Яҡшыларҙан яҡшы кем?” тип аталған ҙур сара үтте. Уны тәрбиәсе Айгөл Башир ҡыҙы ойошторҙо. 9 ҡатнашыусы таланттарын күрһәтеп, үҙҙәренең яҡшыларҙан яҡшы икәндәрен иҫбатланы.
Тамашасылар һәр сығышты ҡыҙыҡһынып күҙәтте, алҡыштарға күмде.

5

Скандинав йөрөшө

Балаларҙың яратҡан дауаланыу төрҙәренең береһе – скандинав йөрөшө. Йылдың ниндәй миҙгеле булыуына ҡарамаҫтан, йәйме, ҡышмы – дауалау физкультураһы инструкторы Гүзәль Радис ҡыҙы етәкселегендә ошо төр процедураға сығалар. Шифаханаға ҡыҙарышып, биттәре алланып, арып, яҡшы кәйеф менән ҡайтып керәләр. Шулай булмай ни, скандинав йөрөшө матдәләр алмашыныуын, йөрәк, үпкә эшмәкәрлеген яҡшырта бит. Тән мускулдарының 90 проценты тирәһен эшләтә, калориялар ҙы ябай атлауға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк кәметә.

5

Беләҙектәр үрҙек

Балалар түңәрәктәрҙә төрлө әйберҙәр эшләргә өйрәнәләр. Был юлы улар ебәк таҫмаларҙан беләҙектәр үрҙеләр. Тәрбиәсе Айһылыу Башир ҡыҙы етәкселегендә хатта тик ултырырға яратмаған малайҙар ҙа төҙ һәм матур әйберҙәр яһай алды.
Бик мауыҡтырғыс шөғөл. Был төр биҙәүес дуҫлыҡ, мөхәббәт һәм азатлыҡ символы булып тора.

5

Бер, ике, өс!

Шифаханала һәр иртә зарядканан башлана. Фотола шәфҡәт туташы Зилә Тәлғәт ҡыҙы балаларға көнө буйына етәрлек энергия өсөн зарядка яһата.

5

Китапханала – ҡунаҡта

“Урал” шифаханаһы менән балалар моделле китапханаһы араһында тығыҙ бәйләнеш булдырылған.
Бына балалар бөгөн дә китапханаға ҡунаҡҡа килделәр. Был юлы айырыуса күңелле булды – уларҙы бында цирк көтә ине! Ҡыҙ-малайҙар ҡарап ҡына ултырманылар, хатта үҙҙәре лә сығыш яһанылар. Балалар был осрашыуға алдан әҙерләнделәр – һәр береһе “Күңелле цирк” темаһына һүрәт төшөрөп килтерҙе.

5

Файҙалы түңәрәктәр

“Урал” шифаханаһында тәрбиәселәр балаларға көн һайын тиерлек төрлө түңәрәктәр ойоштороп тора. Фотола, мәҫәлән, тәрбиәсе Айгөл Башир ҡыҙы етәкселегендә, кескәйҙәр пластилиндан аппликациялар яһай.

5

“Етеҙерәк, бейегерәк, көслөрәк!”

Ошолай тип аталған конкурста көс һынашты балалар. Һәр командаға “Мәргән уҡсы”, армрестлинг, арҡан тартышыу һ.б. конкурстарын дөрөҫ һәм тиҙерәк үтеү бурысы йөкмәтелде. Алышта “Чемпиондар” командаһы алдынғылыҡты бирмәне. Еңелгән команда ла танауҙарын төшөрмәне. Спорт уйындарынан барыһы ла ыңғай тәьҫораттар алды.

5

Оҫта ҡулдар

“Урал” шифаханаһы китапханаһында балалар китап-журнал ғына уҡып ҡалмайҙар, башҡа файҙалы эш менән дә шөғөлләнәләр. Бөгөн бына ҡағыҙҙан “Ҡамҡа” аппликацияһын эшләнеләр. Барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды!

5

Һаулыҡ нигеҙе – таҙалыҡта

Яҙ – тәбиғәттең ҡышҡы йоҡонан уянған мәле генә түгел, ә тирә-яҡты сүп-сарҙан да таҙарта торған ваҡыт. Шифаханабыҙҙа “Таҙа кесаҙна”лар үткәреү матур йолаға әйләнде. Бына бөгөн дә, 18 апрель көнө, шифахана биләмәһен йыйыштырҙыҡ. Барыһы ла дәррәү эшләне.

5

Ваҡытты күңелле үткәрәбеҙ

“Джунгли саҡыра” тип аталды Гөлнара Фәрмүт ҡыҙы үткәргән сираттағы сара. “Йыртҡыстар” һәм “Үлән емшәр хайуандар” командалары үҙ ара ярышты. Балалар үҙҙәрен джунглиға барып ҡайтҡандай хис итте, шулай уҡ етеҙлектә, тапҡырлыҡта көс һынашты.

5