Йоҡо – бәхет!

Кеше тәүлегенә нисә сәғәт йоҡларға тейеш, йоҡо туймау нимәгә килтерә, көнө буйына сарыф ителгән көстө нисек ҡайтарырға – ошо һәм башҡа йоҡоға ҡағылышлы һорауҙарға “Сәләмәт йоҡо” лекцияһында шәфҡәт туташы Данфира Марсил ҡыҙы Сиранова асыҡлыҡ индерҙе. “Йоҡо нимә өсөн кәрәк?” тигән төп һорауға балалар үҙҙәре яуап бирергә тырыштылар. Шулай уҡ ҡыҙ-малайҙар үҙҙәренең күргән төштәре тураһында бәйән иттеләр.

5

Шифахана менән таныштыҡ

Поста эшләгән шәфҡәт туташтарының иң мөһим бурыстарының береһе – балаларҙы теүәл ваҡыты менән дауаланыу кабинеттарына оҙатыу. Балаларҙың диагноздарына ҡарап, процедуралар ҙа айырыла.
Дауаланыу кабинеттары күп, таныш булмаған бинала аҙашмаҫ һәм һуңламаҫ өсөн уҙған ял көндәрендә шәфҡәт туташтары Диана Ағзам ҡыҙы, Гөлнора Әҙһәм ҡыҙы, Айгөл Рәуил ҡыҙы ҡыҙ-малайҙарға шифахана буйлап экскурсия ойошторҙо, дауаланыу кабинеттарын күрһәтте.

5

Тәмле лә, файҙалы ла!

Балалар төрлө дауаланыуҙарҙан һәм түңәрәктәрҙән һуң асығышып ашханаға ашығалар. Бында бөгөн тәмле дөгө ашы, сөгөлдөрҙән салат һәм ваҡ бәлеш әҙерләнгән. Ашхана хеҙмәткәрҙәренең фекере буйынса, шифаханала аш-һыу тәмле лә, файҙалы ла булырға тейеш.

5

Космонавтика көнө айҡанлы

1961 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагарин беренсе тапҡыр йыһанға оса. Хәҙер был көн Рәсәйҙә Космонавтика көнө булараҡ билдәләнә.
Космонавтика көнө уңайынан “Урал” шифаханаһында бихисап саралар уҙҙы. Китапханала балаларға байрамдың тарихы тураһында бәйән ителде, викторина үткәрелде. Һуңынан малайҙар һәм ҡыҙҙар “Алға, йондоҙҙарға!” тип аталған стенд менән танышты.
Тәрбиәселәр тарафынан һүрәттәр конкурсы ойошторолдо. Еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр менән наградланды.

5

Медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн

“Урал” шифаханаһы медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн, “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында”ғы Федераль закондың 74-се статьяһы менән таныштырыу маҡсатында, өҫтәмә уҡыу ойошторолдо.

5

Өмә күңелле үтте

“Урал” шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре Учалы районы буйлап тирә-яҡ мөхитте сүп-сарҙан таҙартыу маҡсатында ойошторолған өмәгә дәррәү ҡушылды.
Барыһы ла дәртле көйгә ихлас эшләнеләр. Тирә-яҡ таҙа булып ҡалғас, хәҙер килгән-киткән кешенән дә оят түгел.

5

Тәрбиәселәр ҡор йыйҙы

11 апрель көнө “Урал” шифаханаһы тәрбиәселәренең “Яңы педагогик технологиялар йәки тағы нимәләргә өйрәнергә?” тип аталған методик берләшмәһе үтте.
Фәүзиә Ғәнтәр ҡыҙы Алтынбаева үҙенең сығышында тәрбиәселәрҙең хәҙерге заманда үҙҙәренең эшендә инновацион алымдарҙы күпләп ҡулланыуын әйтеп уҙҙы. Был алымдар, үҙ сиратында, баланың үҫешенә ыңғай йоғонто яһай, үҙаллылыҡҡа, тәртипкә өйрәтә. Шулай уҡ сығыш яһаусы, тәрбиәсенең төп бурысы – һәр баланы төрлө өлкәгә ылыҡтырыу мөһим икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.
Сара барышында шулай уҡ тәрбиәселәргә заман технологияларын көндәлек эштә дөрөҫ ҡулланыу буйынса кәңәштәр бирелде.

5

“Таҙа кесаҙна”лар старт алды

Учалы районы буйлап тирә-яҡ мөхитте сүп-сарҙан таҙартыу маҡсатында ойошторолған “Таҙа кесаҙна”лар акцияһы старт алды. “Урал” шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре лә был изге эштән ситтә ҡалманы – көрәк һәм тырмалар тотоп дәррәү ҡушылды.

5

Йәнлектәрҙе лә һағынасаҡтар

Оҙаҡламай ҡыҙ һәм малайҙарға таралышырға ла ваҡыт етә. Өйҙәренә ҡайтҡас, улар яңы дуҫтарын ғына түгел, ә шифаханала яратып өлгөргән йәнлектәрен дә һағынасаҡтар. Боня ҡушаматлы ҡуян, гөбөргәйел, тутыйғоштар, балыҡтар, ҡусҡарҙар уларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр әле.

5