Киләһе осрашҡанға тиклем!

Заезды ябыу тантанаһы – ул 18 көн буйы эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһау, иң-иңдәрҙе билдәләү, ҙур концерт һәм дискотека. Бөгөн ҡыҙҙар һәм егеттәр тыуған йорттарына ҡайтып китәсәк. Был көн шулай ҙа бер аҙ моңһоуыраҡ та. Шуға ҡарамаҫтан, балалар үҙҙәре менән сағыу хис-тойғолар, яңы дуҫтар табып, киләһе осрашҡанға тиклем өмөттәр менән таралышалар.

5

Музейға сәйәхәт

“Урал” шифаханаһында ял итеүсе балалар кисә Учалы тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейына сәйәхәт ҡылдылар. Ҡыҙҙар һәм малайҙар экскурсия етәксеһенең һөйләгәндәрен диҡҡәт менән тыңланылар, райондың үткәне, боронғо халыҡтың көнкүреш, ғөрөф-ғәҙәт, йола үҙенсәлектәре менән таныштылар, тәбиғәткә арнап эшләнгән бүлмәләрен ҡаранылар. Бигерәк тә балаларҙа был яҡтарҙа йәшәгән йәнлек һәм ҡоштарҙың ҡарасҡылары, боронғо әйберҙәр ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

5

Танышабыҙ , дауаланабыҙ , уйнайбыҙ

Бөгөн балалар шифаханала дауалана башланылар ҙа инде. Шулай булмай ни, улар бының өсөн килгән дә инде! Тәрбиәселәр балаларға күңелһеҙ булмаһын өсөн бар көстәрен һала. Ҡыҙ-малайҙар бында ваҡытты бер ҙә әрәм итмәйҙәр – ҡағыҙҙан  төрлө-төрлө уйынсыҡтар яһайҙар, дауаланыу бүлмәләре менән танышалар, яңы дуҫтар табалар, викторина һорауҙарына яуап бирәләр, һәм, әлбиттә, саф һауала ял итәләр!

5

Аң-белемде тикшереп…

“Урал” шифаханаһында көн һайын төрлө ҡыҙыҡлы кисәләр үтә. Кисәге, мәҫәлән, өлкән класс уҡыусылары өсөн “Үҙ уйының” тип аталған интеллектуаль викторина ойошторолдо. Ҡыҙҙар һәм егеттәр төрлө өлкәнән алынған һорауҙарға яуаптар бирҙеләр.

5

Ашханаға – ҙур теләк менән!

Дөрөҫ туҡланыу – шифаханала дауаланыуҙың төп шарттарының береһе. “Урал” шифаханаһы ашнаҡсылары бөтә күңелдәрен һалып, тәмле итеп бешерә. Ҡыҙ һәм малайҙар тәрилкәләрҙе ялтыратып, бөтә ашап бөтәләр, хатта ҡайһылары өҫтәп һалдырып алалар. Бына бөгөн, мәҫәлән, төшкө ашҡа – тәмле борщ, салат һәм манты. Төрлө-төрлө дауаланыуҙарҙан, тыштағы саф һауалағы уйындарҙан һуң балалар барыһы ла ҙур теләк менән ашханаға ашығалар.

5

Әкиәттәр иленә сәйәхәт

2 апрель көнө бөтә донъя буйынса балалар китабы көнө билдәләнә. Был дата тиккә һайланмаған – ошо көндә бөйөк яҙыусы, әкиәтсе Ганс Христиан Андерсен тыуған. 1967 йылда Халыҡ-ара китаптар буйынса совет 2 апрелде Халыҡ-ара Балалар китабы көнө булараҡ билдәләгән дә инде.
“Урал” балалар шифаханаһы китапханаһында ошо датаға арнап, бөйөк яҙыусының тормош юлы тураһында белешмәләр менән стенд биҙәлде. Балалар яҙыусының әкиәттәре буйынса әҙерләнгән викторина һорауҙарына яуап бирҙе.

5

Йөҙһәң һыуҙа – булыр файҙа

“Урал” шифаханаһында кескәйҙәрҙең иң яратҡан дауаланыу төрө – сауна һәм бассейн. Ҡыҙ-малайҙарҙы тик бер генә һорау ҡыҙыҡһындыра тиһәң дә була: “Ҡасан бассейнға барабыҙ?”
Дөрөҫ, йөҙөүҙең организмға файҙаһы һанап бөткөһөҙ. Белгестәр бәйән итеүенсә, һыу балалар мускулдарына бик ыңғай тәьҫир итә. Бынан тыш, һыуҙа йөҙгән балаларҙың йөрәк-ҡан, нервы системалары нығына, тын алыу юлдары асыла. Йөҙөү кескәй организмдың һөйәктәренең дөрөҫ формалашыуына булышлыҡ итә.
Шулай булғас, рәхәтләнеп йөҙөгөҙ, сабыйҙар! Сәләмәт булығыҙ!

5

Дауаланалар ҙа, уҡыйҙар ҙа

Балаларын шифаханаға ебәргәндә ата-әсәләр борсолоп: “Дәрестәр бармы һеҙҙә? Мәктәп программаһынан артта ҡалмаҫтармы?” – тип һорайҙар. Шөкөр, шифаханабыҙҙа 5-8-се кластар өсөн ике төп предмет – рус теле һәм математика дәрестәре алып барыла. Шулай булғас, ата-әсәләргә лә, уҡытыусыларға ла, балаларҙың үҙҙәренә лә хәүефләнергә урын юҡ – уҡыуҙың иң ҡыҙыу мәлендә ҡыҙ-егеттәр бер ҙә ҡул ҡаушарып ятмайҙар – белем алалар.

5

Балаларҙың ҡыуанысы сикһеҙ!

Быйыл яҙ инәлтеп кенә килә. Тышта апрель айы булыуға ҡарамаҫтан, ҡар яуа ла яуа.
Өлкәндәр уфтана-уфтана көндәрҙең тиҙерәк йылыныуын көтһә лә, балалар епшек ҡар яуыуға ҡыуанып бөтә алмай. Урамға сығып өлгөрмәйҙәр, шунда уҡ ҡарбабай яһап, ҡар менән уйнарға тотоналар.

5

Һәр бер балаға – айырым ҡараш

Шифаханала көн һайын балаларҙы табиптар ҡарап тора. Бында һәр бер сабыйҙың диагнозына ярашлы айырым дауа билдәләнгән. Учреждениела һауыҡтырыу комплекслы алып барыла, дауалау ысулдары ла бик күп, уларҙы һанап бөткөһөҙ.
Фотола – бүлексә етәксеһе Гүзәлиә Таһир ҡыҙы Теплова балаларҙы ҡарай.

5