Үҙебеҙҙең китапханабыҙ ҙа бар

“Урал” шифаханаһының үҙ китапханаһы бар. Балалар үҙҙәренә оҡшаған йә мәктәп программаһына ярашлы китапты һайлап алып уҡый ала. Кескәйҙәр өсөн журналдар, энциклопедиялар ҙа бихисап. Шулай уҡ ҡыҙ-малайҙар китапханала буш ваҡыттарында һүрәт төшөрәләр, ҡағыҙҙан төрлө әйберҙәр яһайҙар.

5

Йәш көйәрмәндәр

Шифаханаға ял итергә килгән балаларҙы “Таусы” боҙ һарайына хоккей ҡарарға алып барыу матур традицияға әйләнде. Был юлы ла ике көн дауамында ҡыҙ һәм малайҙар Учалының “Таусы” һәм Сыбаркүлдең “Йондоҙ” командалары ярышын ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Ике көндә лә учалылар ал бирмәне. Афарин!

Вилиә Янбаева тәржемәһе

5

Рәхәтләнеп шыуҙыҡ!

“Урал” шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре балаларҙың ялы файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үтһен өсөн бар көсөн һалып эшләй – төрлө-төрлө кисәләр, викториналар, түңәрәктәр ойоштора.
Был юлы тәрбиәселәр ҡыҙ һәм малайҙарҙы “Таусы” боҙ һарайына конькиҙа шыуырға алып барҙы. Балалар рәхәтләнеп шыуып, күңел асып, биттәре алланып, кире шифаханаға килделәр.

5

Теннис буйынса турнир үтте

Бөтә донъя өҫтәл теннисы йәш байрам булһа ла (беренсе тапҡыр ул 2015 йылдың 6 апрелендә үткәрелә), бик популяр булып һанала.
Беҙҙең шифаханаға килгән балалар ҙа ҙур теләк менән теннис уйнайҙар. Дауаланыуҙар араһында, иртәле-кисле, буш ваҡыттарында – уларҙы теннис өҫтәле артында осратырға була. Байрам көнөндә тәрбиәселәр теннис буйынса турнир ойошторҙо, иң-иңдәргә иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙы.

5

7 апрель – Бөтә донъя һаулыҡ көнө

Ошо көн айҡанлы шифаханала “Спорт – тормош” тип аталған һүрәттәр конкурсы үтте. Һүрәттәрҙә балалар үҙҙәренең спортҡа, сәләмәт тормошҡа ҡараштарын сағылдырҙы.
Шәфҡәт туташы Диана Шәрипова ҡыҙ һәм малайҙарға шифаханалағы көн тәртибе тураһында бәйән итте. Мәҫәлән, бындағы режим балаларҙың һаулығы нығынһын, кескәй организм үҫешһен өсөн бик уңайлы төҙөлгән – йоҡлау, туҡланыу, дауаланыу, саф һауала йөрөү, төрлө кисәләрҙә ҡатнашыу.

5