Бүләккә – концерт

«Урал» күп профиле балалар шифаханаһында «Балалар балаларға – беҙҙең йөрәктәр музыкаһы» хәйриә проектында ҡатнашыусылар сығыш яһаны. Акция сиктәрендә Владимир Спиваков фонды тәрбиәләнеүселәре – йәш музыканттар йыл дауамында Башҡортостан, Татарстан һәм Силәбе өлкәһе мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында концерттар ойошторорға иҫәп тота. Күләмле сарала Владимир Спиваков фонды тәрбиәләнеүселәре сығыш яһай, талантлы егет-ҡыҙҙар төбәктең иң көслө сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары ла.
Йәш артистар – Линара Каипова, Александр Зайцев, Максим Юдин, Ирина Ғәлиева, Яна Штин сәхнәгә сығып, тиҫтерҙәренә сәнғәт донъяһы шаршауын асты. Төрлө музыка ҡоралдарында уйнап, классик музыкаға һөйөү уятты.

5

Һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһай

Дауалау физкультураһы һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһай – ҡан әйләнешен яҡшырта, терәк‑хәрәкәт, йөрәк‑ҡан тамырҙары, тын юлдары, аш һеңдереү системаһы ауырыуҙары ваҡытында килешә. Бала ошо күнегеүҙәрҙе яһағанда ыңғай тәьҫораттар ала.
Фотола – балалар дауалау физкультураһы күнегеүҙәрендә.

5

Экологияны яҡшы беләбеҙ

“Көмөш тулҡын” тип исемләнгән интеллектуаль кисә үткәрҙе тәрбиәсе Фәүзиә Ғәнтәр ҡыҙы. Балалар экологияға ҡағылышлы һорауҙарға яуаптар бирҙеләр. Ҡоштар, хайуандар, үҫемлектәр тураһында фекер алыштылар.

5

Файҙалы әңгәмә

Шәфҡәт туташы Диана Ағзам ҡыҙы һәм Тимур Ринат улы балалар менән “Һөйәк һынғанда беренсе ярҙам күрһәтеү” темаһына әңгәмә үткәрҙеләр. Улар зыян күреүсегә нисек ярҙам итергә, нисек итеп бәйләргә һ.б. өйрәттеләр. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланылар һәм һуңынан үҙҙәре лә ошо күнекмәләрҙе яһап ҡаранылар.

5

Ләлә сәскәләре

Яҙ етеү менән ағастар япраҡ ярҙы, алма, муйыл ағастары сәскә атты – тирә-яҡ хуш еҫкә күмелде. Ә шифаханала ял итеүсе балалар китапханасы Гөлнара Дамир ҡыҙы менән яҙҙың беренсе сәскәһе – ләлә аппликцияһын эшләнеләр.

5

Һабантуй ҙа үткәрҙек

Тәрбиәсе Вилиә Самат ҡыҙы балалар өсөн шифаханала һабантуй ойошторҙо. Барыһы ла ысынбарлыҡтағы һабан туйын хәтерләтте – күҙҙе бәйләп көршәк ватыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, тоҡ кейеп йүгереү, арҡан тартышыу, “ат” сабышы һ.б. Кисә бик күңелле үтте.

5

Әсәйҙәргә бүләккә…

Ҡатын-ҡыҙға сәскә гөлләмәһе ҙур шатлыҡ килтерә. Сәскә – ул матурлыҡ, сафлыҡ символы.
Бөгөн ҡыҙҙар тәрбиәсе Гөлнара Фәрмүт ҡыҙы менән яратҡан әсәләренә бүләккә сәскәләр яһанылар. Үҙ ҡулың менән яһаған, күңелеңде һалған бүләккә ни етә һуң!?

5

Хәрәкәттә – бәрәкәт

Көн йылы, матур. Балалар дауалау физкультураһы инструкторы Гүзәл Радис ҡыҙы менән скандинав йөрөшө менән шөғөлләнәләр. Скандинав йөрөшө нимә бирә? Матдәләр алмашыныуын, йөрәк, үпкә эшмәкәрлеген яҡшырта. Тән мускулдарының 90 проценты тирәһен эшләтә, калорияларҙы ябай атлауға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк кәметә. Шулай уҡ нервы ауырыуҙары, депрессия, терәү-хәрәкәт аппараты проблемалары һәм физик сикләүҙәр булғандарға тәҡдим ителә.

5

Күңелле һәм шаян шоу

Тәрбиәсе Фәниә Фәрит ҡыҙы 5-6 класс уҡыусылары өсөн “Шип-шип шоу” тип аталған кисә үткәрҙе. Ҡыҙҙар һәм малайҙар шаян һорауҙарға яуаптар бирҙеләр, йырланылар, бейенеләр. Ике команда ла бик актив ҡатнаштылар, һөҙөмтәлә, 35:34 иҫәбе менән малайҙар командаһы еңеүсе тип табылды.

5

Үләндәрҙең көсө – һаулыҡ өсөн

“Урал” шифаханаһында фитотерапия кабинеты эшләп килә, унда балалар көнөнә ике тапҡыр фито сәй эсәләр. Дарыу үләндәренең шифаһын ата-бабаларыбыҙ борондан белгән һәм беҙгә ҡомартҡы итеп тапшыра килгән. Шәфҡәт туташы Чулпан Зөфәр ҡыҙы билдәләүенсә, балаларҙы үләндәр менән дауалау ыңғай һөҙөмтә бирә, үләндәрҙә үҫеп килгән организмға бай матдәләр һаҡлана.

5